09:18 (UTC+5), 08 Июня 2017

Баш ҡалала «Туғанлыҡ» фестивале жюрийын билдәле Рәсәй актеры Евгений Князев етәкләйәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале жюрийын танылған театр, кино һәм телевидение актеры, театр педагогы, Борис Щукин исемендәге Театр институты ректоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Евгений Князев етәкләйәсәк (Мәскәү). Жюри составында шулай уҡ күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре — билдәле режиссер, М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рифҡәт Исрафилов (Ырымбур); драматург, Төрөк яҙыусылары союзы идараһы рәйесе Тунджэр Джюдженоглу (Төркиә); Х. Намсараев исемендәге Бүрәт академия драма театрының художество етәксеһе, Бүрәтстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эржена Жамбалова (Улан-Удэ) һәм легендар актриса, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова (Өфө) эшләйәсәк.
Фестивалдең тәнҡитселәр коллегияһына театр тәнҡитсеһе, «Литературная газета» баҫмаһының бүлек мөдире, «Алтын битлек» премияһының эксперттар советы ағзаһы Александр Вислов (Мәскәү); театр тәнҡитсеһе, Сәнғәт һәм мәҙәниәт институты доценты, «Алтын битлек» премияһының эксперттар советы ағзаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Татьяна Тихоновец (Пермь); театр тәнҡитсеһе, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәй театр сәнғәте университетының (ГИТИС) тарих, философия, әҙәбиәт кафедраһы мөдире Андрей Ястребов (Мәскәү); театр тәнҡитсеһе, Ғ. Камал исемендәге Татар театрының әҙәби бүлеге мөдире Нияз Иғламов (Ҡазан); театр белгесе, сәнғәт фәне кандидаты, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Галина Вербицкая (Өфө) саҡырылған.
7-14 сентябрҙә Өфөлә VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале уҙғарыла. Аҙна буйына биш майҙансыҡта төрлө илдәр һәм республикаларҙың — Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Азербайжан, Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан, Дағстан, Алтай, Ҡабарҙа-Балҡар, Тыва, Хакасия театрҙарының 14 спектаклен күрһәтеү ҡаралған. Фестивалдең тулы программаһы — бында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика