03:17 (UTC+5), 08 Июня 2017

Балетмейстер, Нуриев фестиваленең абруйлы президенты Юрий Григорович Рәсәйҙең Дәүләт премияһы лауреаты булды

Роман Шумнов
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Хәҙерге замандың атаҡлы балетмейстеры, Ҙур театрҙың балет труппаһы етәксеһе Юрий Григорович мәҙәниәт өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты булды. Уға премияны «илебеҙ һәм донъя хореография сәнғәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн» тапшырҙылар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Юрий Григорович Башҡорт опера һәм балет театрында ете балет спектаклен сәхнәгә ҡуйған. Ул Өфөләге Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестиваленең абруйлы президенты, быйыл ХХI фестиваль уның 90 йәшенә бағышланды.
Шулай уҡ быйыл композитор Эдуард Артемьев һәм Эрмитаждың генераль директоры Михаил Пиотровский Дәүләт премияһы лауреаттары булды. Һәр Дәүләт премияһының күләме биш миллион һум тәшкил итәсәк. Ул 2006 йылдан алып мәғрифәтселек һәм донъялағы тыныслыҡты һаҡлау эшмәкәрлеге өсөн Рәсәйҙә йәмәғәт тарафынан танылыу алған кешеләргә тапшырыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика