11:53 (UTC+5), 07 Июнь 2017

Өфөлә VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара театр фестиваленең тулы программаһы билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестиваленең тулы программаһы билдәле булды. Фестиваль 2017 йылдың 7-14 сентябрендә Өфөлә уҙа. Аҙна буйына биш майҙансыҡта 14 спектакль күрһәтеү ҡаралған.
Фестиваль 7 сентябрҙә Салауат Юлаев майҙанында ҡатнашыусыларҙың сағыу парады һәм Мәжит Ғафури, Арыҫлан Мөбәрәковтың һәйкәлдәренә сәскә һалыу менән асыла. Был көндә М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры Жан Ануйҙың «Антигона» спектаклен тәҡдим итә.
8 сентябрҙә конкурс программаһында — А.М. Топанов исемендәге Хакас милли драма театрының «Алып Пил Тараан» (М. Кильчичаков) һәм Алтай Республикаһының П.В. Кучияк исемендәге Милли драма театрының «Туба» (А. Юданов) спектаклдәре.
9 сентябрҙә өфөләр Төрөк театрының (Истанбул) «Макбет» (У. Шекспир) һәм Ҡырғыҙстан «Учур» йәштәр театрының С. Айытматовтың «Плаха» әҫәре буйынса «Кыямат» драмаһын ҡарай ала.
10 сентябрҙә программала — Азербайжан йәш тамашасы театрының «Наказание» (Т. Велиева) һәм Дағстан Республикаһы Нуғай драма театрының «Дом Бернарды Альбы» (Ф. Г. Лорка) спектаклдәре.
11 сентябрҙә К.Кулиев исемендәге Балҡар драма театры «Жизнь-восхождение» (Б. Нушич) героик-документаль драмаһын һәм М. Ауэзов исемендәге Ҡаҙаҡ академия драма театры «Король Лир» (Шекспир) трагедияһын сәхнәләштерә.
12 сентябрҙә Тыва Республикаһының В. Кок-оола исемендәге Милли музыкаль-драма театрының «Останусь» (Т. Муллер) һәм К. Иванов исемендәге Сыуаш академия драма театрының «Часы с кукушкой» (М. Карягина) спектаклдәрен ҡарарға мөмкин.
13 сентябрҙә программала — Ғ. Камал исемендәге Татар академия драма театрының «Дон Жуан» (Ж.-Б. Мольер) һәм Астана «Жастар театры»ның «Ревизор» (Н. Гоголь) пьесалары.
14 сентябрҙә фестивалде ябыу тантанаһы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү ҡаралған.
Салауат башҡорт драма театрының «Ерҙәштәр» (М. Кәрим) һәм Милли йәштәр театрының «Калигула» (А. Камю) спектаклдәре фестивалдең конкурстан тыш программаһында тәҡдим ителгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика