03:54 (UTC+5), 07 Июня 2017

Өфөлә «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркын ойоштороу буйынса эштәр тамамлана

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 6 июндә «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй – минең тарихым» мультимедиалы тарихи паркты ойоштороу буйынса эштәр барышы менән танышты.
Парктың экспозицияһына 7000 квадрат метрҙан ашыу майҙанда урынлашҡан яҡынса 500 берәмек мультимедиалы техника инәсәк һәм заманса технологиялар ярҙамында илебеҙҙең мең йыллыҡ тарихын күрһәтәсәк.
Башҡортостан Рәсәйҙең баш ҡалаһынан һуң тарихи парк ойошторолған тәүге төбәк буласаҡ. Өфөләге күргәҙмәнең үҙенсәлеге – Рәсәй һәм Башҡортостан тарихының тығыҙ бәйләнеше. Бында башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихы хаҡында һөйләүсе видеопроекцион коллаждар, Өфө кремленың өр-яңы 3D-реконструкцияһы, тыуған төйәктең тәбиғи байлыҡтары тураһында мультимедиалы китап тәҡдим ителәсәк. Төбәктең күп конфессиялы тарихына арналған мультимедиа йөрөтөүселәре мөһим урын аласаҡ.
Әлеге ваҡытта төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған, проекция һәм тауыш ҡорамалдары урынлаштырыла. Атап әйткәндә, 140 touch-панель һәм 80-дән ашыу проектор ҡуйыу күҙаллана. Белгестәр контентты тултырыу һәм уны Мәскәүҙәге үҙәк сервер менән синхронлаштырыу өҫтөндә эшләй.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика