02:49 (UTC+5), 07 Июня 2017

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасыларына Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында яңы фильм күрһәтәсәк

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасыларын «Шүлгәнташ мәмерйәһе — сәнғәт сәңгелдәге» ғилми-популяр фильмының премьераһы көтә. Телевидениела фильмды 18 июндә киске 11-се яртыла күрһәтәләр, «Родина» кинотеатрында ябыҡ күрһәтеү 8 июндә була.
«Башҡортостан» ТРК ДУП-һы матбуғат секретары Люциә Дәүлиева хәбәр итеүенсә, «Шүлгәнташ мәмерйәһе — сәнғәт сәңгелдәге» — Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ғилми-популяр фильмы. Ул Рус география йәмғиәте грантының аҡсаһына төшөрөлгән. Таҫма Еропаның иң боронғо мәмерйәләренең береһендә – Шүлгәнташта илебеҙ һәм сит ил ғалимдарының һуңғы тикшеренеүҙәре хаҡында һөйләй. Был Европалағы башҡа мәмерйәләргә оҡшамаған үҙенсәлекле мәҙәни усаҡҡа эйә булған донъялағы берҙән-бер мәмерйә.
Документаль проект республиканың төп тәбиғи ҡомартҡыһын, Башҡортостан буйынса туристик маршруттарҙы популярлаштырыуға, үҫеп килгән быуынға экологик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән.
Авторы һәм режиссеры – журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Гүзәл Хәмитова («Следопыт», «Позывной барс», «Мистический Башкортостан»). Журналистың әйтеүе буйынса, фильм мәмерйәне ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү өсөн видеоаргумент буласаҡ. Фильм мөмкин булған бөтә технологиялар ярҙамында, шул иҫәптән һыу аҫтында һәм 3D форматында төшөрөлдө, тип билдәләне Гүзәл Хәмитова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика