10:04 (UTC+5), 07 Июнь 2017

Башҡорт драма театры Ҡазандағы «Науруз» фестивалендә донъя шаулатҡан «Антигона» спектаклен күрһәтә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡазанда Төрки халыҡтарының XIII «Науруз» халыҡ-ара театр фестивале асылды. Кесаҙна, 8 июндә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Антигона» спектаклен тәҡдим итә. Бөгөн өфөләр художество етәксеһе Олег Ханов менән Татарстандың баш ҡалаһына юлланды.
Жан Ануй трагедияһының премьераһы Өфөлә 2016 йылдың октябрендә булды, уны Ғ. Камал исемендәге Татар театрының баш режиссеры Фәрит Бикчәнтәев сәхнәләштерҙе. Спектакль Өфө тамашасылары араһында ҡыҙыу фекер алышыу тыуҙырҙы. Ул фестивалдең программа директоры, театр тәнҡитсеһе Нияз Иғламовтың Татарстандағы «Инде» интернет-журналы өсөн төҙөгән иң яҡшы 9 эш иҫәбендә.
Башҡорт драма театрының художество етәксеһе ярҙамсыһы Зилә Сәғәҙиева хәбәр итеүенсә, фестиваль барышында «Антигона»ла төп ролде Зилиә Ситдиҡова уйнай. Актриса яңыраҡ ҡына ошо ролгә саҡырылған. Бынан алдараҡ Өфөлә һәм апрель айында Ҡазандағы гастролдәрҙә төп ролде Лилиә Ғәлина башҡарғайны.
Фестивалдә Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектаклен күрһәтеү ҡаралған. Спектаклде Яр Саллы ҡалаһы театры алып килә. Тәнҡитселәр коллегияһында Өфөнән билдәле театр белгесе Динә Дәүләтшина эшләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика