Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
0
91.12
0
70.69
+2.05
20+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Июнь 2017, 16:16

Женевалағы һабантуйҙа Башҡортостан Республикаһы исеменән йырсы Гөлнур Ҡарабулатова сығыш яһаны

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Швейцария һәм Европа башҡорттары һәм татарҙары Женевала һабантуй байрамына йыйылды. Ҡунаҡтарға бай концерт программаһы тәҡдим ителде. Башҡортостан исеменән йырсы Гөлнур Ҡарабулатова сығыш яһаны. Ул башҡорт халыҡ бәйете «Урал»ды, Салауат Низаметдиновтың билдәле «Күҙ нурым» һәм үҙе ижад иткән «Донъя» йырын башҡарҙы.
«Һабантуй бик күңелле, сағыу һәм үҙенсәлекле уҙҙы! — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гөлнур Ҡарабулатова. — Женевала башҡорт һабантуйы — күптәр өсөн көтөлмәгән күренеш һәм һоҡланғыс. Башҡортостанда тыуып, әле Швейцарияла йәшәгәндәр өсөн иһә туған моңдарҙы тыңлау, үҙеңде өйөңдә итеп хис итеү һәм ватандаштар менән аралашыу мөмкинлеге ул. Мин ҡунаҡтарҙың күҙҙәрендә шатлыҡ йәштәрен һәм һағыныуҙы, уларҙың милли моңдо шул тиклем йотлоғоп тыңлауҙарын һәм банкаларҙағы балды һатып алып бөтөүҙәрен күрҙем. Туған телемдә йырлауым, яңы кешеләр менән танышыуым һәм аралашыуым менән бәхетле булдым. Кешеләрҙе бергә туплай, дөйөм идея менән дәртләндерә белгән һәм үҙен үҙе аямайынса Швейцарияла милли байрамыбыҙҙы ойошторған Айһылыу Йәнтүринаға ҙур рәхмәт».
«Silk Road» ресторанының Мариньяк паркындағы һабантуй милли йолаларға ярашлы уҙҙы. Ҡунаҡтар милли ризыҡтарҙы — сәк-сәк, ҡыҫтыбый һәм башҡорт балын тәмләп ҡараны. Өлкәндәр һәм балалар өсөн спорт ярыштары үтте, улар араһында көрәш иң сағыуы булды. Һабантуйҙы ойоштороусы, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы агентлығы хеҙмәткәре Айһылыу Йәнтүрина-Дарлестың ижади ғаиләһе байрамдың биҙәгенә әүерелде. Уның атаһы — билдәле педагог, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты профессоры Сәфәрғәли Йәнтүрин ҡурайҙа уйнаны.
«Һабантуй Швейцария башҡорттары һәм татарҙарын берләштереп кенә ҡалмай, күп быуатлыҡ мәҙәниәтебеҙ менән таныштырырға һәм йолаларыбыҙҙы онотмаҫҡа мөмкинлек бирә. Шуға күрә беҙгә Башҡортостанды юғары кимәлдә күрһәтеү бик мөһим, сөнки донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәгән башҡорттар Башҡортостандың сит илдәрҙәге илселәре булып тора», — ти Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес.
Швейцарияла һабантуй беренсе йыл ғына билдәләнмәй, байрамға Франция, Италия, Германия, Бөйөк Британиянан һәм Швейцарияның төрлө ҡалаларынан, шулай уҡ Рәсәйҙән — Башҡортостандан һәм Татарстандан башҡорттар һәм татарҙар килә. Быйыл Татарстан Республикаһынан «Мирас» вокаль-инструменталь ансамбле һәм Сирина Зәйнетдинова ҡатнашты.
Һабантуй милли байрамы Татарстан Республикаһының сауҙа-иҡтисади вәкиллеге булышлығында 2015 йылда нигеҙ һалынған «Юлдаш» Швейцария башҡорттары һәм татарҙарының коммерцияға ҡарамаған ассоциацияһы башланғысы буйынса һәм аҡсаһына ойошторола. Байрамды үткәреүҙә партнерҙар — Швейцарияла йәшәгән рус телле диаспоралар ассоциацияһы һәм «Silk Road» рестораны ярҙам күрһәтә.
Читайте нас: