05:25 (UTC+5), 06 Июня 2017

Өфөлә «Евразия йөрәге» фестиваленең асыҡ һауалығы сараһында Асҡар Абдразаҡов сығыш яһаясаҡ

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Евразия йөрәге» сәнғәттәр фестиваленең асыҡ һауалығы сараһында Асҡар Абдразаҡов сығыш яһаясаҡ. Солистар ҡатнашлығындағы симфоник концерт Өфө амфитеатрында 13 июндә үтә.
Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республиканың Милли симфоник оркестры «Йәйге төндәге төш» проектын тәҡдим итәсәк. Феликс Мендельсондың бер исемле Концерт увертюраһынан тыш, программала Бедржих Сметананың «Минең Ватаным» циклынан «Влтава» әҫәре, классик операларҙан ариялар һәм сәхнә өҙөктәре яңғыраясаҡ. Кисә һуңында – Джузеппе Вердиҙың «Аида» операһының икенсе актынан «Майҙан» сәхнәһе. Оркестр пульты артында – Башҡортостан Милли симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры Раушан Яҡупов.
Саҡырылған солистарҙың исемдәре билдәле булды. Оркестр менән Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Татарстандың халыҡ артисы, Глинки исемендәге Бөтә Рәсәй йырсылар конкурсы дипломанты Ахмед Агади (тенор), Мариин театры солисы Эдем Умеров (баритон), Кубандең атҡаҙанған артисы Гөлнара Низамова (сопрано) сығыш яһаясаҡ, Михайлов театры солисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Петр Чайковский исемендәге XIII Халыҡ-ара конкурсының икенсе премияһы лауреаты Олеся Петрова (меццо-сопрано) Камиль Сен-Санстың «Самсон һәм Далила» операһынан Далила операһын йырлаясаҡ.
Халыҡ-ара һәм бөтө Рәсәй конкурстары лауреаты, классик гитарала виртуоз башҡарыусы Ровшан Мамедкулиев Өфөлә Хоакина Родригоның «Аранхуэс концерт»ын башҡарасаҡ.
Концертта шулай уҡ Таһир Сәйфуллин исемендәге Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһы (художество етәксеһе һәм баш дирижеры Алһыу Хәсбиуллина) сығыш яһаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика