08:40 (UTC+5), 05 Июня 2017

Республикала «Ал сәскә» беренсе телевизион конкурсы Гран-прийын Өфөнән йәш саксофонсы яуланы

Олег Меньков
Олег Меньков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда «Ал сәскә» беренсе һәләтле балалар телевизион конкурсы Гран-прийын Өфөнән йәш саксофонсы, Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты тәрбиәләнеүсеһе Рафаэль Петров яуланы. 3 июндә Башҡорт опера һәм балет театрында ҙур бәйгегә йомғаҡ яһалды.
Салауат ҡалаһынан «Искорки» классик бейеү студияһы солисы Елизавета Кузнецова – тамашасы һөйөүе бүләгенә, Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан Ләйсән Золотарева (халыҡ йыры) һәм Октябрьскийҙан Максим Сорокин (академик, джаз йыры) махсус бүләккә лайыҡ булдылар. «Вокал», «инструменталь башҡарыу», «хореография» кеүек номинацияларҙа ла еңеүселәр иғлан ителде.
Конкурстың финалына бөтәһе 26 йырсы, музыка ҡоралдарында уйнаусы һәм бейеү коллективы сыҡты, улар тамашасыларға үҙ сығыштарын тәҡдим итте.
«Ал сәскә» беренсе телевизион республика конкурсын йәш һәләтле балаларҙы асыҡлау маҡсатында Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары, төбәк департаменты етәксеһе Рифат Сабитовтың ярҙамы менән «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы ойоштора. Конкурс «Рәсәй-Башҡортостан радиоһы»ның 90 йыллығын байрам итеүгә арналған саралар теҙмәһен асып ебәрҙе», — тине «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлихов.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика