02:33 (UTC+5), 05 Июнь 2017

Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге ХХI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале тамамланды

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге ХХI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале тамамланды. Рәсәй һәм сит ил сәхнә йондоҙҙары ҡатнашлығындағы традицион гала-концерт байрамдың төп ваҡиғаһына әйләнде. Был сарала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов булды.
Байрам кисәһе бөтә сағыу исемдәр һәм виртуоз хореография сығыштары йондоҙлоғо менән хәтерҙә ҡалды. Гала-концертта Мәскәүҙең Кремль балеты солистары Екатерина Первушина һәм Егор Мотузов, Рәсәйҙең Ҙур театры бейеүсеһе Ангелина Карпова, Сан-Франциско балеты солистары Лорен Стронджин һәм Джозеф Уолш, Япония артисы Саори Коике, Словакия Милли театры премьеры Артемий Пыжов, Силәбе солистары Дарья Демченко һәм Валерий Целищев, Юрий Григорович исемендәге Краснодар балет театры солистары Надежда Цветкова һәм Владимир Морозов ҡатнашты. Шулай уҡ Өфө халҡына таныш Гранд-опера (Франция) солисы Алессио Карбоне сығыш яһаны – ул 2005 йылда ла Нуриев фестиваленә килгәйне.
Башҡортостан Республикаһы балеты менән Өфө труппаһының алдынғы солистары Гөлсинә Мәүлекәсева, Сергей Бикбулатов, Олег Шәйбәков, Рөстәм Исхаҡов, Софья Гаврюшина, Руслан Әбелханов, Алиса Алексеева, Таһир Таһиров һәм башҡа артистар, шулай уҡ труппа кордебалеты һәм Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡыусылары лайыҡлы таныштырҙы.
«Ҡалабыҙҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында ошондай донъя кимәлендәге фестивалдең уҙғарылыуы бик шәп. Рудольф Нуриевтың исеме һәр фестивалдә бик күп табыныусыларын йыя, — тип билдәләне республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. — Быйыл фестиваль уның абруйлы президенты Юрий Григоровичтың 90 йыллығына арналыуы символикаға эйә, сөнки Өфөнө атаҡлы хореограф менән күп йыллыҡ дуҫлыҡ һәм бер төркөм уртаҡ спектаклдәр бәйләй».
21-се фестивалдең гала-концерты бер нисә донъя премьераһының үтеүе менән үҙенсәлекле булды. Нина Мадан, Ирина Филиппова һәм Вячеслав Пегарев Өфө артистары өсөн махсус рәүештә биш заманса хореография миниатюраһын сәхнәләштерҙе. Яңы «Күктәр», «Ирҙәр донъяһы» номерҙары ир-егеттәр бейеүен бығаса булмаған бейеклеккә күтәргән Рудольф Нуриевтың үҙе менән оҡшашлыҡ тыуҙыра.
Концертты Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, балет тәнҡитсеһе Сергей Коробков алып барҙы. Ул тамашасыларға Өфө сәхнәһендә сәнғәттәге тәүге аҙымдарын яһаған Рудольф Нуриевтың бай йөкмәткеле биографияһынан мөһим осорҙарҙы хәтергә төшөрөп үтте. Оркестр менән театрҙың баш дирижеры Артем Макаров һәм Герман Ким дирижерлыҡ итте.
Башҡортостандың баш ҡалаһында балет байрамы ете көн буйына барҙы. Был ваҡыт эсендә өфөләр Башҡортостан Башлығы грантына яңыртылған «Сыңрау торна» тәүге милли балетын, Башҡорт театрының өс классик спектаклен – саҡырылған солистар менән «Аҡҡош күле», «Баядерка» һәм «Корсар» балеттарын, Рәсәй театрҙарының ике спектаклен – Екатеринбург ҡалаһы алып килгән «Ромео и Джульетта», Силәбенең «Эсмеральда» балеттарын ҡараны. Фестивалгә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең бик күп балет тәнҡитселәре килде.
1 из 13
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика