11:04 (UTC+5), 02 Июня 2017

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Өфөлә «Ҡәҙерле әсәйем!» исемле сара үтте

Александр Данилов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Өфөлә «Ҡәҙерле әсәйем!» исемле сара уҙҙы. Ҡунаҡһарай сәхнәһендә төрлө йәштәге һәм һөнәр эйәһе булған ҡатын-ҡыҙҙар мода күрһәтте. Йыйылыусыларҙы Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары, танылған шағирә Йомабикә Ильясова һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, шағирә Гөлназ Ҡотоева тәбрикләне.
Мода күрһәтеүҙә журналист һәм режиссер Таңсулпан Ильясова, модель һәм психолог Айгөл Әмирханова, эстрада йырсыһы Дияна Ишниязова, «Ҡурай» каналы алып барыусыһы Эльза Юлдашбаева, Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре Әлфиә Ибраһимова, байрамдарҙы алып барыусы Миләүшә Шәрипова, бизнес-леди Альбина Хафизова һәм журналист, «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева ҡатнашты. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы бәхетле әсәй булыуҙары һәм ошо көндө балалар байрамында үткәреүҙәре берләштерҙе.
«Беҙ әсәнең статусын, әсәйҙәрҙең матурлығын күрһәтергә теләнек. Гүзәллек стандарттарҙа түгел, ә мөләйемлектә. Әсә булыу — модала, балаларға һөйөү ҡатын-ҡыҙҙы күркәмләй, — ти сараны ойоштороусы Таңсулпан Ильясова. — Дефиленың тағы ла бер идеяһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тышҡы ҡиәфәтенең төрлө булыуын күрһәтеү ине».
Тәүге сығыштарында ҡатнашыусылар быйылғы миҙгелдә актуаль булған модалы күлдәктәрҙе тәҡдим итте. Икенсеһендә әсәләр балалары менән Гүзәл Әбдиеваның шоу-румынан маскарад костюмдарын кейҙе. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе беренсегә сығыш яһаны.
«Ҡыҙым менән ошо байрамға тәүге тапҡыр килдек, бик оҡшаны. Йәсмин өсөн был беренсе аҙым булды, ул оялыуын еңә алды. Был балалар өсөн бик мөһим — үҙеңде, үҙенсәлегеңде асыу ул», — тип иҫәпләй йырсы Дияна Ишниязова.
Байрам барышында шулай уҡ Өфө трикотаж фабрикаһының яңы моделдәре, дизайнер Зина Харитонованан BabyFashionLook күрһәтелде, балалар бейеү төркөмдәре сығыш яһаны. Ҡатнашҡан балалар бағыусыларҙан сертификаттар һәм бүләктәр алды.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика