04:23 (UTC+5), 02 Июнь 2017

Башҡортостандың Милли симфоник оркестры коллективын яңы художество етәксеһе менән таныштырҙылар

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 1 июндә республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов Милли симфоник оркестр коллективын яңы художество етәксеһе менән таныштырҙы. Ул – коллективта 2015 йылдан эшләүсе оркестрҙың баш дирижеры Раушан Яҡупов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан оркестрҙы Өфөнөң билдәле скрипкасыһы Алексей Воронин етәкләне.
Раушан Яҡуповты тәғәйенләү Башҡортостан Милли симфоник оркестрының 25 йыллыҡ юбилейы менән тап килде. Яңы вазифала эш башлап, етәксе коллективтың үҫеш алыу осорона аяҡ баҫыуын билдәләне. Әлеге ваҡытта оркестр «Евразия йөрәге» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә асыҡ һауалағы ҙур концертҡа әҙерләнә. Оркестрҙың музыка өлөшө мөдире Эльмира Ижболдина хәбәр итеүенсә, республиканың төп ижади коллективы сирек быуатлыҡ юбилейын көҙгөһөн билдәләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика