06:59 (UTC+5), 02 Июня 2017

Башҡортостанда иҫке сауҙагәр йортонда хостел асыла

Мирон Доровских
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Тиҙҙән Башҡортостанда тәүге кооператив асыла. Уның ағзалары — һөнәрселәр һәм Бөрө тарихы музейы. Ошо хаҡта Бөрө хакимиәтендә һөйләнеләр.
«Ҡалабыҙҙа һөнәрселәр, ижади һәм вайымһыҙ булмаған кешеләр байтаҡ. Ләкин улар эшҡыуар түгел. Йәшәйештәрен еңеләйтеү өсөн беҙ уларҙы етештереү кооперативына берләштерергә һәм Бөрө тарихи музейын кооператив ағзаларының береһе итеп алырға хәл иттек», — тип һөйләй Бөрө хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Радик Яфаев.
Кооператив иҫке сауҙгәр йортонда асыла, һуңғы йылдарҙа бында урындағы хәрби комиссариат эшләгән. Хәҙер бина Бөрө тарихи музейына тапшырыла, «Ебәк юлы» туҡыусылыҡ үҙәге уның тәүге «резиденттары» булды. Бинаны төҙөкләндергәндән һуң уларға башҡа һөнәрселәр, шулай уҡ фотооҫтахана һәм хатта хостел ҡушыласаҡ.
«Туристар ысын сауҙагәр йортонда йәшәү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Башта бөтә сығымдарҙы муниципаль бюджеттан финанслау ҡаралған: ремонт эштәре, кәрәкле техника һатып алыу һәм башҡалар, — ти Радик Яфаев. — Ләкин беҙ яйлап, өс-дүрт йыл эсендә, зыянһыҙ эшләүгә сығырға теләйбеҙ. Бында сувенир продукциялар яһарға, төрлө семинарҙар һәм конференциялар үткәрергә ниәтләйбеҙ. Ошо йорт республиканың халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың һәммәһе өсөн дә туристик һәм методик үҙәк булыр, тип өмөтләнәбеҙ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика