03:12 (UTC+5), 01 Июня 2017

Өфөлә Михаил Нестеровтың тыуыуына 155 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 31 майҙа Өфөлә билдәле рус рәссамы, һынлы сәнғәт академигы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Нестеровтың тыуыуына 155 йыл тулыуҙы билдәләнеләр. Рәссамдың исемен йөрөткән Башҡорт художество музейында уның эштәренең киңәйтелгән юбилей күргәҙмәһе асылды. Унда Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы йыйылмаһынан 60-тан ашыу эш тәҡдим ителгән. Күргәҙмә 2 июлгәсә дауам итәсәк.
«Рәсми саралар һәм ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлмәй. Рәссамдың тормошо һәм ижады тураһында лекциялар уҙғарыласаҡ», — тип аңлатма бирҙеләр музейҙа.
Михаил Нестеровтың тормошо һәм ижады тураһындағы лекциялар 28 майҙан 4 июнгәсә көндөҙгә сәғәт 2-нән 3-сө яртыға тиклем музейҙың конференциялар залында үтә. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 272-13-85.
2012 йылда Өфөлә рәссамдың быуат ярымлыҡ юбилейы билдәләнде. Ул саҡта республиканың баш ҡалаһы Нестеров урындарына байыны. Өфөлә бөтә Рәсәй күргәҙмәһе ойошторолдо, Нестеров скверы асылды, Ленин урамында рәссамдың йорто торған урынға мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, «Михаил Нестеров. Неизвестные страницы творчества» тигән китап донъя күрҙе. Һәйкәл ҡойоуға һәм уны ҡуйыуға аҡса бүленде (проект 2015 йылда тормошҡа ашырылды).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика