11:17 (UTC+5), 31 Мая 2017

Өфөлә танылған балерина Зәйтүнә Насретдинованың ҡәберендә һәйкәл ташы асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә легендар балерина, СССР-ҙың халыҡ артисы, «Сыңрау торна» балетында Зәйтүнгөл ролен тәүге башҡарыусы Зәйтүнә Насретдинованың ҡәберендә һәйкәл ташы асылды. Уның хәтерен лайыҡлы мәңгеләштерергә кәрәклеге хаҡында күптән һөйләнелде, һәм, ниһайәт, проект бойомға ашты. Осоп барған торна балет менән ассоциациялана, уның ҡанатында бейеп йөрөгән балерина төшөрөлгән. Һәйкәлдең икенсе яғында иһә артистканың портреты.
Һәйкәл ташын асыу тантанаһы Р. Нуриев исемендәге XXI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале барышында уҙҙы. Сараны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов асты. Һәйкәлдең эскизы идеяһы ла уныҡы. Көньяҡ зыяратта күп йылдар элек үҙенең бейеүе менән Рудольф Нуриевты әсир иткән балеринаның коллегалары, уҡыусылары, журналистар, туғандары һәм яҡындары йыйылды. Һәйкәлде йыйылыусыларға күрһәтеү хоҡуғы Башҡортостандың халыҡ артистары, әлеге көндә театрҙың алдынғы солистары һәм «Сыңрау торна»ла төп ролдәрҙе башҡарыусылар Гөлсинә Мәүлекәсоваға һәм Илдар Маняповҡа бирелде.
Башҡорт балетының художество етәксеһе Леонора Ҡыуатова, журналист Нина Жиленко, һәйкәлдең бағыусыларының береһе Галина Фархшатова, балеринаның туғандары йылы иҫтәлектәре менән сығыш яһаны.
Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Илнур Хәйруллин ҡурайҙа башҡорт халыҡ йыры «Сынрау торна»ны уйнап ишеттерҙе, уның көйө «Сыңрау торна» балетының лейтмотивына әүерелгән. Быйылғы Нуриев фестивале ошо балеттың яңыртылған ҡуйылышы менән асылды.
Илмар Әлмөхәмәтов әйтеүенсә, һәйкәлде эшләү һәм ҡуйыу яҡынса 300 мең һумға барып баҫҡан. Тиҙҙән һәйкәл ташы янындағы майҙансыҡ та үҙгәрәсәк.
Танылған балеринаның һуңғы төйәге коллегалары: дирижер Ғәйнетдин Моталов, йырсы Зәки Мәхмүтов, балерина Фирҙәүес Нафиҡова, композитор Морат Әхмәтовтың ҡәберҙәре эргәһендә урынлашҡан.
Зәйтүнә Насретдинова — киң диапазонлы классик бейеүсе. Сирек быуатҡа яҡын сәхнәлә милли, рус һәм сит ил классикаһы спектаклдәрендә сағыу һәм ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырҙы. Улар — Одетта һәм Одиллия (П. Чайковскийҙың «Аҡҡош күле»), Никия (Л.Минкустың «Баядерка»һы), Жизель һәм Мирта (А. Адандың «Жизел»е), Китри (Л. Минкустың «Дон Кихот»ы), Аврора (П. Чайковскийҙың «Йоҡоға талған һылыу»ы), Франциска (И.Штраустың «Зәңгәр Дунай»ы), Эсмеральда (Ц. Пуниҙың «Эсмеральда»һы). «Сыңрау торна» тәүге милли балетында Зәйтүнгөл образы айырым урын биләй. Балет авторҙары — либреттосы Фәйзи Ғәскәров, композиторҙар Лев Степанов һәм Заһир Исмәғилев үҙҙәренең әҫәрен йәш һәм талантлы балеринаға арнай.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика