17:36 (UTC+5), 31 Май 2017

Башҡорт киноһы республиканың йәнә бер брендына әүерелә

ӨФӨ, 2017 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Федераль кимәлдә башҡорт киноһы хаҡында йышыраҡ һөйләйҙәр һәм уның сифатын юғары баһалайҙар», — тип белдерҙе Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Мәскәүҙең «Ролан» кинотеатрында «Өфөнән һөйөү менән» фильмын ҡарағандан һуң. Картина Мәскәүҙә Башҡортостандан сенаторҙың башланғысы менән ойошторолған Башҡорт киноһы көндәре барышында күрһәтелде.
«Бөгөн илдә илебеҙ кинематографына ярҙам итеү тураһында күп һөйләйҙәр, һәм рәсәйҙәрҙең төбәктәрҙә алып барылған ҙур эште күреүҙәре бик мөһим», — тине Лилиә Ғүмәрова. Уның фекеренсә, Башҡортостан был йәһәттән яҡшы өлгө булып тора.
«Төбәк режиссерҙары ижади эштәр өсөн республика Башлығы грантына уҙған конкурстарҙа йыл һайын ҡатнаша. Һөҙөмтәлә уникаль картиналар төшөрөлә, улар Башҡортостанда ғына түгел, бөтә илдә лә танылыу яулай. Һуңғы ваҡытта кино сәнғәте өлкәһендәге абруйлы белгестәрҙән фильмдарыбыҙҙың сифаты хаҡында йыш ишетәбеҙ. Быға әлеге көндә башҡорт кинематографының ныҡлы нигеҙле булыуы арҡаһында өлгәшелде», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды сенатор.
Ул шулай уҡ 23 майҙа Мәскәүҙә Башҡорт киноһы көндәрен асыу тантанаһында ҡатнашҡан Рәсәйҙең Кинематографистар союзы секретары Александр Герасимовтың һүҙҙәрен еткерҙе.
«Александр Петрович беҙҙең картиналарҙа геройҙарҙың башҡорт телендә һөйләшеүенең, милли колорит биреү өсөн милли уйын ҡоралдарын ҡулланыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шул рәүешле заманса кино теле һәм башҡорт халыҡ йолалары тәбиғи рәүештә ҡушыла. Шулай уҡ ул республика хөкүмәтенең кино сәнғәте өлкәһен, айырыуса ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙы финанслау системаһы ҙур иғтибарға лайыҡ булыуын, һәм ошо тәжрибәне бөтә илгә таратырға кәрәклеген билдәләне», — тине Лилиә Ғүмәрова.
Сарала Федерация Советы вәкилдәре, Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле — Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Артур Шәйнуров, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһы, ижади коллективтар һәм башҡорт йәмәғәт ойошмалары, Рәсәйҙең Кинематографистар союзы, Кино фонды, Свердловск киностудияһы, «Парламентская газета», «Святая Анна» кинофестиваленең башҡарма комитеты, шулай уҡ курд, афған, төрөк, әрмән, осетин, грузин, татар һәм Алыҫ Себер халыҡтарының этномәҙәни ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Мәскәүҙә Башҡорт киноһы көндәрен ойоштороусылар булып Рәсәй башҡорттарының милли-мәҙәни автономияһы, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге һәм «Беҙ берҙәм» күп милләтле проекты сығыш яһаны.
Кино көндәре барышында шулай уҡ Булат Йосоповтың танылған башҡорт шағиры, ижтимағи һәм сәйәси эшмәкәр Шәйехзада Бабичҡа бағышланған «Бабич» исемле тарихи картинаһын күрһәтеү планлаштырылған. Таныштырыу сараһы 13 июндә Мәскәүҙең «Ролан» кинотеатрында уҙа.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика