09:20 (UTC+5), 31 Мая 2017

Баш ҡалала «Самрау» театр студияһы ижади отчет тәҡдим итәсәк

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ҡарамағындағы «Самрау» балалар театр студияһы үҙенең ижади отчетына саҡыра. Ул 3 июндә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Башҡорт драма театрының Бәләкәй залында башлана. Буласаҡ актерҙар «Оскар һәм Алһыу ханым» спектаклендә уйнаясаҡ, йырлаясаҡ, бейейәсәк, актер этюдтарын күрһәтәсәк, тасуири шиғырҙар уҡыясаҡ.
- Уҙған йыл эсендә студияға йөрөгән йәш таланттар өлкәндәр репертуары «Ҡаһым түрә», «Февраль.Буран…», «Мулла», «Ай тотолған төндә», «Ике төш», «Нәркәс», «Шәүрәкәй», «Руди — Never Off» спектаклдәрендә ҡатнашты. Коллектив менән бергә гастролдәргә йөрөнө – Илназар Әхмәтйәнов Ҡазан гастролдәрендә ҡатнашты, республика буйлап театр менән сәйәхәт итте. «Самрау» балалар студияһы «Китап буйынса бейейбеҙ» республика конкурсында беренсе урынды яуланы, — тип һөйләне студияның етәксеһе Зилә Баймырҙина.
Студияла алты йәштән 17-гәсә 13 бала шөғөлләнә. Йәш артистарҙың уҡытыусылары – театр донъяһындағы билдәле шәхестәр: Суфия Ҡорбанғәлиева (сәхнә телмәре), Юлиә Ғәләүетдинова (актерлыҡ тренингы), Илсур Ҡаҙаҡбаев (актерлыҡ оҫталығы), Урал Әминев (хореография), Дилара Иҙелбаева (вокал), куратор Олег Ханов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика