04:48 (UTC+5), 30 Мая 2017

«Мәскәү дуҫтарын ҡаршылай» фестивалендә Башҡортостандан ике йырсы сығыш яһай

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Мәскәү дуҫтарын ҡаршылай» XIV халыҡ-ара фестивалендә Башҡортостандан ике йырсы – Нефтекаманан Влада Косых һәм Өфөнән Рәмил Мөхәмәтшин сығыш яһай. Икеһе лә 2016 йылдың октябрендә Владимир Спиваков исемендәге хәйриә фонды ярҙамында республиканың 11 ҡала-районында уҙған «Моң тылсымы» фестиваль-конкурсы лауреаттары.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «Мәскәү дуҫтарын ҡаршылай» фестивале илебеҙҙең баш ҡалаһында 29 майҙа башланды. Сарала Рәсәйҙең 50 төбәгенән һәм 38 илдән солистар, ансамблдәр һәм ижади коллективтар ҡатнаша. Унда 1500-ҙән ашыу һәләтле бала йыйыла. Концерттар Мәскәүҙең иң ҙур майҙансыҡтарында: Музыка йортонда, Рәсәйҙең Ҙур театрында, П.И. Чайковский исемендәге Концерт залында, А.С. Пушкин исемендәге Дәүләт һынлы сәнғәт музейында үтәсәк. Фестиваль 9 июнгә тиклем барасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика