07:35 (UTC+5), 30 Мая 2017

Өфөлә Кокэси япон ҡурсаҡтары күргәҙмәһе асыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә Башҡортостандың Милли музейында «Кокэси япон ҡурсаҡтары донъяһы» күргәҙмәһе асыла. Күргәҙмәне асыу тантанаһы 1 июндә 11-ҙә башлана.
Күргәҙмәләр бүлеге мөдире Алһыу Мөфтәхова хәбәр итеүенсә, япон традицион ҡурсаҡтарын әҙерләү сәнғәте бер быуат менән генә иҫәпләнмәй. Ул боронғо япон әҙәбиәте һәм бөгөнгәсә һаҡланып ҡалған йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр нигеҙендә үҫешкән.
Ағас ҡурсаҡтарҙың тыуған иле тип Японияның төньяҡ-көнсығышындағы Сэндай ҡалаһы иҫәпләнә. Кокэсиҙың төп үҙенсәлеге — аяҡ-ҡулдарының булмауы. Уны, ғәҙәттә, саған, сейә йәки ҡайындан эшләйҙәр һәм ҡыҙыл, ҡара, һары, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәргә буяйҙар. Кокэси дизайны ике төп — традицион («dento») һәм автор («shingata») мәктәбенә бүленә. Традицион кокэси ҡыҙҙарҙы ғына һүрәтләй. Һәр ҡурсаҡты ҡул менән буяйҙар һәм аҫҡы өлөшөндә оҫтаның ҡултамғаһы бар. Автор кокэсиҙары дизайны күп төрлө, формаһы, ҙурлығы, пропорцияһы һәм төҫтәре теләһә ниндәй булырға мөмкин. 1945 йылдан һуң кокэси Япония биләмәһендә һатылған популяр сувенирға әүерелә. 20 быуат башында ул Рәсәйгә индерелгән һәм матрешканың өлгөһөнә әйләнгән тип һанала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика