05:28 (UTC+5), 30 Мая 2017

Өфөлә ҡаланың иң матур әсәләре мода күрһәтәсәк

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә ҡаланың иң матур әсәләре мода күрһәтәсәк. 1 июндә «Ҡунаҡһарай» сауҙа-эш комплексында «Ҡәҙерле әсәйем!» тигән байрам уҙа. Подиумға балалары менән башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, театр һәм кино актерҙары, билдәле журналистар һәм уңышлы эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар сығасаҡ.
«Акция әсә статусын популярлаштырыуға, әсәлектең матурлығын билдәләүгә йүнәлтелгән. Тәүгә бер көнгә бер подиумда ҡаланың иң матур, иң сағыу әсәләре йыйыласаҡ. Сығыштың маҡсаты – матурлыҡтың стандарттарҙа түгел, ҡатын-ҡыҙлыҡта булыуын дәлилләү һәм күрһәтеү, яратҡан әсә статусынан башҡа нимә мөләйемерәк була ала? Әсә булыу – матур ғына түгел, ул модала», — тип һөйләне сараны ойоштороусы Таңсулпан Ильясова.
Байрам барышында башҡа фэшн-саралар: Өфө трикотаж фабрикаһынан балаларҙың мода күрһәтеүе, авторҙарҙың дизайнер коллекциялары менән таныштырыу ҡаралған. Балалар театр һәм бейеү студияһы сығыш яһаясаҡ.
Сара көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика