11:08 (UTC+5), 30 Мая 2017

Өфөлә «Ал сәскә» республика конкурсы финалсыларын һайлайҙар

Олег Меньков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөлә «Ал сәскә» беренсе һәләтле балалар телевизион республика конкурсының икенсе һайлап алыу этабы бара. Унда 200-гә яҡын йырсы, музыкант һәм бейеүсе ҡатнаша.
Иң яҡшыларҙы 30 һәм 31 майҙа асыҡлайҙар. Жюри составында 15 кеше, улар араһында республиканың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы директоры Олия Вилданова, В. Комаров исемендәге Өфө ҡала балалар ижады һарайының художество етәксеһе Елена Долгих, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең баш балетмейстеры Елена Голубкина бар.
Еңеүселәр инструменталь башҡарыу, вокал (академик, халыҡ һәм джаз) һәм бейеү (классик, халыҡ) номинациялары буйынса билдәләнә. Уларҙың һәммәһе лә 3 июндә Башҡорт опера һәм балет театрында гала-концертта сығыш яһай.
Проектты ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, «Ал сәскә»нең ике финалсыһы Геленджикка ял итергә бара. Ҡайһы бер еңеүселәрҙең Өфөләге Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжына йәки Урта махсус музыка колледжына имтиханһыҙ инеү мөмкинлеге буласаҡ.
Бынан тыш, тамашасылар һөйөүе призы булдырылған, уға эйә булған бала «Артек»ка юллама менән бүләкләнә. Ошо номинацияла еңеүсе gtrk. tv сайтында тауыш биреү юлы менән менән билдәләнә.
«Ал сәскә» беренсе һәләтле балалар телевизион республика конкурсы «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы башланғысы менән ойошторолған.
1 апрелдә башланған ижади бәйгелә бөтә республиканан 7-14 йәшлек һәләтле балалар ҡатнаша. Ике меңдән ашыу йәш талант һайлап алыуҙы үткән дә инде.
Конкурс «Рәсәй-Башҡортостан радиоһы»ның 90 йыллығын байрам итеүҙең тәүге этабы булып тора.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика