03:15 (UTC+5), 30 Май 2017

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы балаларҙы «Байыҡ» башҡорт бейеү конкурсының һайлап алыу турына саҡыра

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы балаларҙы «Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсының һайлап алыу турына саҡыра. Балалар телевизион конкурсында ҡатнашырға теләүселәр 14 июндә Баймаҡта һәм 16 июндә Өфөлә уҙасаҡ һайлап алыу турҙарын үтергә тейеш. Телефон аша яҙылырға мөмкин: (347) 273-66-19.
Йыл һайын һайлап алыу турында өс йәштән 15 йәшкә тиклемге меңдән ашыу башҡарыусы ҡатнаша. Еңеүселәрҙе ғәҙәттәгесә «Соло», «Дуэт», «Трио», «Ансамбль» номинацияларында һайлайҙар.
«Был йәш таланттарҙың үҙенсәлекле асыҡ конкурсы, унда үҙ халҡының бейеүҙәре менән Рәсәйҙең төрлө төбәк һәм сит ил вәкилдәре ҡатнаша ала», — тип билдәләне «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы матбуғат секретары Люциә Дәүлиева.
«Байыҡ-2017» республика балалар телевизион бейеү конкурсының гала-концерты 8 июлдә Күгәрсен районының «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында үтә. Бәйгелә ҡатнашыусылар менән бер сәхнәлә Төньяҡ Осетия-Алания, Абхазия, Яҡут, Татарстан республикалары, Санкт-Петербург һәм Ярославль бейеү коллективтары сығыш яһаясаҡ.
Быйыл фестиваль туғыҙынсы тапҡыр уҙғарыла. Был ваҡыт эсендә бихисап бейеү күрһәтелгән, бик күп һәләтле бейеүселәрҙең һәм хореографтарҙың исемдәре асылған. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы проектының тамашасы һөйөүен яулаған лауреаттар төп бейеү коллективтарында, республика исеменән халыҡ-ара фестивалдәрҙә сығыш яһай. Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика