06:53 (UTC+5), 30 Май 2017

Башҡортостан яҙыусылары «ЛиФФт-2017» Бөтә Рәсәй әҙәби фестивалдәр фестивалендә ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә II «ЛиФФт-2017» Бөтә Рәсәй әҙәби фестивалдәр фестивале бара. Башҡортостан делегацияһын шағирә, «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Абдуллина етәкләй. Делегация составына шулай уҡ Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, сатирик Марсель Сәлимов, шағирә һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, шағирә һәм журналист Зәлифә Кашапова һәм башҡа әҙәбиәтселәр инде.
Быйыл сара рус шағирәһе, прозаик, тәржемәсе Марина Цветаеваның тыуыуына 125 йыл тулыуға бағышланған. Фестивалдең эше Рәсәйҙең фестиваль хәрәкәтен берләштереүгә, илдең барлыҡ төбәктәрендәге яҙыусыларҙың ижади һәм дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыуға булышлыҡ итеүгә, йәмәғәтселектең киң даирәләрен мәҙәни тормошта ҡатнашыуға йәлеп итеүгә, китап уҡыуҙы һәм әҙәби ижадты пропагандалауға, әҙәбиәттең һәм хәҙерге яҙыусының йәмғиәттәге абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән. Фестиваль барышында Евразия халыҡтары ассамблеяһының беренсе съезы, «ЛиФФт» Бөтә Рәсәй әҙәби журналының төбәк мөхәррирҙәре съезы, оҫталыҡ дәрестәре, презентациялар, фестиваль флагтары парады уҙҙы. Марина Цветаеваның музейында «Шағирә Марина Цветаеваға арналған шиғыр» номинацияһында «ЛиФФт» фестивале конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Бөгөн яҙыусыларҙың легендар Переделкино ҡаласығында ижади осрашыуҙар үткәреү ҡаралған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика