03:08 (UTC+5), 29 Мая 2017

Париж халҡы һәм ҡунаҡтары һабантуйҙы Эйфель башняһынан ҡараны

Флүзә Хәйруллина
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Европа үҙәгендә, Парижда, Марс майҙансығында милли һабантуй байрамы уҙҙы. Был көндө Эйфель башняһынан конкурстарҙы, спорт ярыштарын, шул иҫәптән милли көрәш бәйгеһен, бейеп-йырлағандарын, ҡурайҙа уйнағандарын һәм милли ашамлыҡтарҙы күҙәтергә мөмкин булды.
Йәмәғәт эшмәкәре Флүзә Хәйруллина һөйләүенсә, интернациональ сарала төрлө илдәр – Рәсәй, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Эстония вәкилдәре ҡатнашты. Байрамға ҡала мэры Анн Идальго ла килде.
Һабантуй – яҙғы баҫыу эштәре тамамланғандан һуң уҙғарылған байрам. Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә һәм 20-нән ашыу илдә билдәләнә. 4 июндә һабан байрамын Женева (Швейцария) һәм Клайпеде (Литва) ҡалаларында үткәреү күҙаллана. Эстонияла һабантуй июль уртаһында уҙасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика