11:22 (UTC+5), 29 Мая 2017

Башҡортостанда «Журфест-2017» йәйге журналистар фестивале ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 16 июндә Октябрьский ҡалаһындағы «Өйәҙе-Тау» комплексында «Журфест-2017» республика йәйге журналистар фестивале ойошторола. Йола буйынса, сара республиканың Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнала һәм етенсе тапҡыр уҙғарыла. Унда төрлө милек формаһындағы федераль, республика, район һәм ҡала баҫмалары, телевидение, радио һәм интернет-берләшмә вәкилдәре ҡатнаша.
Фестивалдең темаһы иғлан ителгән: «Мин — журналист!», ул Башҡортостан Журналистар союзының 60 йыллығына бағышлана. Маҡсат — һөнәрҙең күп яҡлылығын, яуаплы булыуын, үҙенсәлеген, уның ижадилығын күрһәтеү. Шулай уҡ медиа өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү ҡаралған. Һәр командаға «Мин — журналист!» темаһы буйынса үҙ һөнәренең презентацияһын әҙерләргә кәрәк.
«Был байрам — республиканың журналистар берләшмәһенә ҡаҙаныштарҙы һәм үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе тикшереү, киләсәккә пландар ҡороу өсөн яҡшы мөмкинлек», — тип билдәләне Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баҫма мәғлүмәт саралары бүлегенең баш белгесе Неля Ғәйнетдинова.
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика