07:45 (UTC+5), 29 Май 2017

Башҡортостан башланғысы менән Ҡырымда ике республиканың артистары ҡатнашлығында фестиваль уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан башланғысы менән Ҡырымда ике республиканың артистары ҡатнашлығында «Рәсәйгә ант биреп» фестивале уҙғарыла. Сараны 8 июлдә Башҡортостан шефлыҡҡа алған Белогорск районында ойоштороу күҙаллана. Был турала Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың һүҙҙәренә һылтанма яһап, РИА Новости агентлығы (Ҡырым) хәбәр итә.
Фестиваль масштаблы буласаҡ, тип билдәләне министр. Ул Башҡортостан һәм Ҡырым ғалимдары ҡатнашлығында ғилми-ғәмәли конференция менән асыласаҡ. Сара хәрби тарихҡа, Башҡортостандың Рәсәй составына инеүенең 460 йыллығына һәм Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушыла башлауының 245 йыллығына арнала. Көндөң икенсе яртыһында Белогорск майҙанында Ҡырымдың ижади көстәре һәм Башҡортостан сәнғәт оҫталарының концерты, кисен Белогорск халҡына «Өфөнән һөйөү менән» тигән яңы башҡорт фильмын күрһәтеү ҡаралған.
Башҡортостан менән Ҡырым араһында төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә өс йыл элек ҡул ҡуйылғайны. Ошо йылдар эсендә төбәккә даими ярҙам күрһәтелде, байтаҡ мәҙәни саралар үткәрелде. Ҡырымдағы хәрби һәйкәлдәр Башҡортостанда йыйылған аҡсаға тергеҙелде. Министр һүҙҙәренсә, быйыл Башҡортостандың дәүләт академия рус драма театры ла Ҡырымға гастролгә барырға йыйына.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика