14:21 (UTC+5), 26 Май 2017

Баш ҡалала «Хәрби бейеклек» ветеран һәм патриотик йыр фестивале башлана

Өфө хакимиәте
Өфө хакимиәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Бөгөн, 26 майҙа, Өфө амфитеатрында йыл һайын ойошторолған «Хәрби бейеклек» ветеран һәм патриотик йыр фестивале башлана. Өс йыл эсендә фестиваль Рәсәйҙә ҙур танылыу яулап өлгөрҙө һәм баш ҡалабыҙҙың илһөйәрлек традицияларының сағыу визит карточкаларының береһе булып тора.
Фестивалдең даими ҡатнашыусылары араһында авторҙар һәм башҡарыусылар Артур Саянов (Севастополь), Валерий Петряев, Игорь Дрягилев (Ярославль), Владимир Воронов (Череповец), Александр Рыбалко, Виктор Иванов (Өфө), «Мазари-Шариф» һәм Сергей Матвеев (Иваново), «Десанттар берҙәмлеге» һәм Владимир Кабанов (Ульяновск), «Ростов» һәм Олег Гонцов (Ростов), «Блокпост» һәм Сергей Калугин (Димитровград), «Яҡшы кәйеф» һәм Эльвира Хәйруллина (Татарстан), «АНТ» төркөмө (Өфө) бар.
Өфө хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, амфитеатр биләмәһендә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан итле ҡарабойҙай бутҡаһы һәм шәрбәтле ҡайнар сәй менән ялан кухняһы ойошторола. Фестивалдә шулай уҡ тарихи реконструкторҙар, хәрби-патриотик клубтар, республиканың «Армия, авиация һәм флотҡа ирекле ярҙам итеү йәмғиәте» бронетехникаһы ҡатнаша.
Концерт программаһы киске сәғәт 6-ла башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика