07:34 (UTC+5), 25 Май 2017

Башҡортостанда III «Кәкүк сәйе» республика этно-фестивале ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда III «Кәкүк сәйе» республика этно-фестивале ойошторола. Байрам 27 майҙа Нуриман районындағы «Павловка паркы» тау саңғыһы үҙәгендә үтә.
Сарала күңелле һәм шау-шыулы «Кәкүк карнавалы», сувенирҙар күргәҙмә-йәрминкәһе, үләндәр белгесе Гордеевтың «Кәкүк сәйе — рецепт һәм ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге» семинары, шифалы үләндәр һәм башҡорт сәйенән ауыҙ итеү, «Иң яҡшы башҡорт сәйе рецебы», «Иң яҡшы сәй йолаһы», «Иң яҡшы кәкүк бейеүе», «Иң яҡшы кәкүк йыры», «Иң яҡшы кәкүк костюмы», «Иң яҡшы кәкүк тотемы», «Иң яҡшы кәкүк бутҡаһы», «Иң яҡшы кәкүк сувениры» конкурстары, музыкаль фольклор коллективтарының концерты, этно-дискотека үткәреү ҡаралған.
«Кәкүк сәйе» — быуаттар төпкөлөнән килгән матур байрам. Ул йәйҙе ҡаршылауға арналған һәм кәкүк айы тип йөрөтөлгән майға тура килә, — тип хәбәр итте ойоштороусылар. — «Кәкүк сәйе» уйын-көлкө, йыр-моң, бейеү, ноҡот һалыу менән оҙатылып барған. Унда халыҡтың оҙайлы ҡыштан һуң йәнләнгән тәбиғәткә табыныуы, күсмә ҡоштарҙың ҡайтыуына шатланыуы асыҡ сағыла».
«Кәкүк сәйе» фестивален Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Мәҙәниәт министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Нуриман районы хакимиәте, «Павловка паркы» тау саңғыһы үҙәге, Башҡортостандың Туризм үҙәге ойоштора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика