03:59 (UTC+5), 24 Мая 2017

Салауат башҡорт театры «Золушка» спектакленең премьераһына саҡыра

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 27 майҙа Салауат башҡорт драма театрында Дмитрий Голубецкийҙың Ш. Перро һәм ағалы-ҡустылы Гриммдарҙың әкиәттәре буйынса «Золушка» спектакленең премьераһы уҙа. Тамашасыларҙы иң яратҡан әкиәттәрҙең береһенең персонаждары менән осрашыу көтә. Спектакль рус телендә ҡуйыла, ул көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
Балда гәлсәр туфлийының һыңарын юғалтҡан Золушка исемле бер ярлы ҡыҙ тураһында һәйбәт һәм тулҡынландырғыс тарих романтик әкиәт донъяһын асасаҡ. Унда тылсымлы таяҡ менән мөғжизә барлыҡҡа килә. Әлбиттә, төп мөғжизә әкиәт геройҙарының йөрәгендә хасил була. Сөнки һәр кем эстән генә теләктәрҙең тормошҡа ашырына, принцтың Золушканы табырына, ә изгелек һәм хеҙмәттең лайыҡлы баһа алырына ышана.
Ҡуйыусы режиссер – Лиана Ниғмәтуллина, костюмдар буйынса рәссам – Гүзәл Шәрәфиева, сәхнә биҙәлеше өҫтөндә эшләүсе – Лилиә Байғужина, композитор – Альбин Столяров, хореограф – Лилиә Зәйнишева. Ролдәрҙә: республиканың атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин, Гөлфирә Сафиуллина, Наҙгөл Иҫәнбаева, шулай уҡ театрҙың талантлы йәштәре Нәркәс һәм Мираҫ Йомағужиндар, Рәмзиә һәм Рафаэль Ғәйнуллиндар, Айһылыу Лоҡманова, Риф Мусин, Радик Ғәлиуллин, Лиана Ниғмәтуллина һәм Әмир Үтәбаев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика