02:29 (UTC+5), 24 Май 2017

Өфөлә Р.Нуриев исемендәге ХХI Халыҡ-ара фестиваль легендар «Сыңрау торна» балеты менән асылды

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге ХХI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале «Сыңрау торна» милли балетының премьераһы менән асылды. Был спектакль Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры өсөн мөһим ваҡиға – ХХ быуаттың буласаҡ бейеү оҫтаһы Рудольф Нуриев ете йәшендә ошо спектаклде ҡарап, үҙ тормошон балет сәнғәтенә бағышларға ҡарар итә.
«Бөгөн залда ветерандарыбыҙҙың булыуына бик шатбыҙ. Уларҙың ярҙамы менән «Сыңрау торна» милли балетының тарихы һаҡланып ҡалды», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды театрҙың генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов, фестивалде асып.
Лев Степанов һәм Заһир Исмәғилевтың балеты яңынан сәхнәгә ҡуйылды: декорацияларҙы театрҙың баш рәссамы Рифҡәт Арыҫланов эшләне. Төп ролдәрҙе Өфө тамашасыларының яратҡан артистары, Башҡорт опера һәм балет театрының төп солистары – С. Юлаев исемендәге премия лауреаттары, Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлсинә Мәүлекәсева (Зәйтүнгөл) һәм Илдар Мәнәпов (Йомағол) иҫ китмәле башҡарҙы.
«Минең өсөн Зәйтүнгөл партияһы – иң яратҡандарҙың береһе. Был милли спектакль, үҙем дә башҡорт, ул миңә бик яҡын: мин үҙем ошо йолаларҙа тыуғанмын һәм тәрбиәләнгәнмен, шуға ла ошо спектаклде ныҡ яратам», — тине Гөлсинә Мәүлекәсева.
Башҡа ролдәрҙә лә башҡорт балет труппаһының иң яҡшы көстәре йәлеп ителгән. Арыҫланбай партияһын Сергей Бикбулатов тәүгә башҡарҙы. Төп торнаның ролен – Софья Гаврюшина, ҡуштандарҙы Руслан Абулханов һәм Андрей Брынцев уйнаны. Спектаклдең дирижеры – Марат Әхмәтзарипов.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов фестивалде асыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡ булды. «Һуңғы йылдарҙа фестиваль ысын юғары сәнғәт байрамына әүерелде, тамашасыларҙың һөйөүен яулап алды. Ул ҡатнашыусыларҙың географияһын йылдан-йыл киңәйтә, йәш таланттарҙың сығыштарынан торған репертуарҙы байыта», — тиелә республика Башлығының фестивалде сәләмләүендә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Сыңрау торна» спектакленең яңыртылған версияһы грант ярҙамында тормошҡа ашырылды.
Спектаклдән һуң Рөстәм Хәмитов артистарҙы ихлас тәбрикләп, рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
«Көҙгөһөн ошо спектаклде ҡабатларға ине. Республика көнөнә арналған тантаналы сарала концерт түгел, ә спектакль булһын», — тине төбәк башлығы.
Премьераны ҡараған фестивалдең ҡунаҡтары – билдәле балет тәнҡитселәре лә спектаклгә юғары баһа бирҙе.
«Бөгөн «Сыңрау торна» спектаклен тәүгә ҡараным. Иң киткес башҡарыусылар, бик юғары кимәл. Кордебалет бөтөнләй ғәжәйеп – тип-тигеҙ линиялар. Афариндар!», — тип билдәләне премьеранан һуң Мәскәүҙән килгән балет тәнҡитсеһе Людмила Лаврова.
Рудольф Нуриев исемендәге ХХI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале уның почетлы президенты – хәҙерге замандың данлыҡлы хореографы Юрий Григоровичтың 90 йәшенә арналған. Фестиваль 2 июнгәсә дауам итәсәк, тулыраҡ программа – бында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика