10:19 (UTC+5), 24 Май 2017

Өфөлә Балалар рок-фестивале үтәсәк

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә 1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, «Kids Rock Fest» тигән балалар рок-фестивале ойошторола Ул «Ғаилә һәм ҡала — бергәләп үҫәбеҙ» байрамы барышында уҙғарыла. Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, сараны Салауат Юлаев исемендәге майҙанда үткәреү планлаштырыла.
«Был урамда үҙенсәлекле музыка фестивале форматында яңы ғаилә ялы йолаларын булдырыусы сағыу ваҡиға. Уның маҡсаты һәм бурысы – ҡалала парк мәҙәниәтен үҫтереү, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар өсөн уңайлы мөхит булдырыу, балалар һәм ата-әсәләр өсөн берләштереүсе мәҙәни киңлек ойоштороу, музыкаль, мәғариф һәм башҡа ижади башланғыстарҙы үҫтереү, шулай уҡ йәш рок-музыканттар өсөн шарттар тыуҙырыу», — тип аңлатма бирҙеләр Өфөнөң Киров районы хакимиәтендә.
Ғаилә форматындағы сарала балалар һәм үҫмерҙәр ваҡиғаның төп ҡатнашыусылары һәм тамашасылары булыр, тип көтөлә. Музыка төркөмдәре сығыш яһаясаҡ, оҫталыҡ дәрестәре уҙасаҡ. Махсус ҡунаҡ — The BeatLove. Балалар рок стилендә сәстәрен ҡуйып, биттәрен биҙәй аласаҡ. Инеү ирекле. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тикем барасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика