11:30 (UTC+5), 23 Мая 2017

Баш ҡалала «Туғанлыҡ» фестивале барышында «Мәҙәниәттәр диалогы һәм төрки телле театр» конференцияһы уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Туғанлыҡ» театр фестивале барышында «Мәҙәниәттәр диалогы һәм төрки телле театр» тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыла. Конференцияға ғаризалар М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында ҡабул ителә. Сара 11 сентябрҙә үтә.
Билдәләнгән тема буйынса рус телендәге өс-ете битлек мәҡәләләрҙе 2017 йылдың 20 июленә тиклем gafury_lit@mail.ru электрон почтаһына ғариза менән бергә ебәрергә кәрәк. Кураторы — Эльвира Исҡужина, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының әҙәби-драма бүлеге етәксеһе. Телефон: (347) 272-39-30.
7-14 сентябрҙә Өфөлә VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале үтә. Бынан алдағы фестиваль 2012 йылдың сентябрендә уҙғайны. Ул саҡта конкурста Ҡаҙағстан, Төркиә, Азербайжан, Молдова, Башҡортостан, Татарстан, Ҡабарҙа-Балҡар, Алтай, Хакасия, Ҡырым Республикаһы һәм Яҡутстандан 15 спектакль ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика