03:23 (UTC+5), 23 Май 2017

Баш ҡалала Рудольф Нуриевтың һәйкәл проектына фекер алышыу бара

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә ХХ быуаттың атаҡлы бейеүсеһе Рудольф Нуриевтың һәйкәл проектына фекер алышыу бара. Уның бала сағы һәм үҫмер йылдары Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙҙы. Рудольф Нуриев исемендәге ХХI халыҡ-ара фестивалгә арналған матбуғат конференцияһында Башҡорт опера һәм балет театрының генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов һөйләүенсә, был мәсьәләне Мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы ултырышында күтәрҙеләр.
Конкурсҡа скульпторҙар 12 һәйкәл проектын тәҡдим итте, эшсе төркөм булдырылды. Йәмәғәт советының теләктәрен иҫәпкә алып һәйкәл проекты эшкәртелә, тип аңлатты спикер. Һәйкәлде ҡуйыу урыны әлегә билдәләнмәгән.
Буласаҡ бейеүсе бейегән Башҡорт хореография колледжына Рудольф Нуриевтың исеме бирелгән. Шулай уҡ Өфөлә 24 йыл элек асылған фестиваль уның исемен йөрөтә. 1993 йылдың 17 мартында, уның тыуған көнөндә Башҡорт опера һәм балет театры бинаһына таҡтаташ ҡуйылды. Йола буйынса, һәр фестиваль театрҙа урынлашҡан Нуриев барельефына сәскә һалыуҙан башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика