06:49 (UTC+5), 23 Май 2017

Баш ҡалала Рудольф Нуриев исемендәге ХХI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале асыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге ХХI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале асыла. Фестивалде ойоштороусылар — Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры. Сараның программаһы:
23 майҙа — Л. Степанов һәм З. Исмәғилевтың «Сыңрау торна»һы;
25 майҙа — С. Прокофьевтың «Ромео һәм Джульетта»һы (Екатеринбург опера һәм балет театры);
26 майҙа — Мусоргский исемендәге Санкт-Петербург академия опера һәм балет театры — Михайловский театрының саҡырылған солистары ҡатнашлығында П. Чайковскийҙың «Аҡҡош күле»;
29 майҙа — Ц. Пуниҙың «Эсмеральда»һы (М. Глинка исемендәге Силәбе академия опера һәм балет театры);
30 майҙа — Рәсәйҙең Ҙур театры һәм Словакия милли театрының саҡырылған солистары ҡатнашлығында Л. Минкустың «Баядерка»һы;
1 июндә — Рәсәйҙең Ҙур театры солистары ҡатнашлығында А. Адандың «Корсар»ы;
2 июндә — балет сәнғәте йондоҙҙарының гала-концерты.
Бөтә спектаклдәр ҙә киске сәғәт 7-лә башлана.
Беренсе кистә Л. Степановтың һәм З. Исмәғилевтың «Сыңрау торна» балетының яңы сәхнә версияһының премьераһы була. Спектаклдә декорациялар һәм костюмдар яңыртылған — был театрҙың баш рәссамы Рифҡәт Арыҫлановтың яңы эше. Башҡорт балетының художество етәксеһе Леонора Ҡыуатова хәбәр итеүенсә, балеттың структураһы үҙгәрештәр кисергән: хәҙер ул ике акттан тора. Проект республика Башлығы грантына тормошҡа ашырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика