05:09 (UTC+5), 22 Мая 2017

Төбәктә Ҡурай байрамында Юнир Һағынбаев иң яҡшыһы булды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамында иң яҡшы башҡарыусыға 100 мең һумлыҡ төп бүләкте тапшырҙылар. Уға Өфө ҡалаһынан 29 йәшлек «Мираҫ» фольклор йыр һәм бейеү ансамбле солисы Юнир Һағынбаев лайыҡ булды. Еңеүсе хәбәр итеүенсә, ул бүләген артабан үҫешеүгә тотонорға ниәтләй, яңы үҙенсәлекле сәхнә костюмына заказ бирер, моғайын.
«Тәүге турҙа «Шарлы урман» башҡорт халыҡ йырын уйнаным. Конкурстың шарттарына ярашлы, икенсе турҙа беҙ билет алырға һәм сыҡҡан 100-ҙән бер көйҙө башҡарырға тейеш. Миңә «Ҡырҡты кәкүге» йыры эләкте. Бөтәһен ятлап, үҙ көсөмә ышанһам да, барыбер тулҡынландым һәм еңеүсе булырмын тип уйламаным», — тине Юнир Һағынбаев.
Ошо көндәрҙә Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге традицион республика ҡурай байрамы тамамланды. Ҡурай байрамында иң өлкән башҡарыусы Сабирйән Байназаровҡа – 67, иң кесеһе Өфөнән Искәндәр Фәйзуллинға ни бары алты йәш ине.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика