03:53 (UTC+5), 22 Мая 2017

Краснокама районының Николо-Березовка ауылында «Никола Вешний» фольклор байрамы уҙҙы

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Краснокама районына эш сәфәре барышында Башҡортостанда Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Николо-Березовка ауылында «Никольский ғибәҙәтханаһы» тарихи-мәҙәни үҙәге майҙанында уҙған «Никола Вешний» республика фольклор байрамында булды.
«Никола Вешний» байрамы рәссамдарҙы, оҫталарҙы, һөнәрселәрҙе, музыканттарҙы, ижади һөнәр вәкилдәрен һәм тыуған төйәгенең тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе берләштерә. Ошо сараны уҙғарыу масштабы һәм географияһы йылдан-йыл киңәйә. Был юлы унда Башҡортостандың район-ҡалаларынан ғына түгел, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙән дә – Удмуртиянан, Татарстандан, Ырымбур өлкәһенән, Пермь һәм Ставрополь крайҙарынан, Мәскәү, Владимир, Суздаль ҡалаларынан ижади коллективтар, оҫталар ҡатнашты.
Республика Башлығы төрлө халыҡ кәсептәрен тәҡдим итеүсе оҫталар аллеяһы буйлап үтте, ғәҙәттәгесә райондың ауыл биләмәләре рус, башҡорт, татар һәм мари стилендә биҙәлгән милли йорттарҙа булды, шулай уҡ үҙенсәлекле йолаларҙы һаҡлаусы символ булараҡ һаналған байрам йәрминкәһен ҡараны. Сөнки Николо-Березовка быуаттар буйына ошо яҡтарҙа берҙән-бер сауҙагәрлек үҙәге булған.
- Был ысынлап та халыҡ байрамы. Ул бөтәһенә лә: йәштәргә, өлкәндәргә, ололарға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн кәсептәр рәтен ҡарап уҙҙыҡ. Бик күп балалар яҡшы, файҙалы эштәр менән шөғөлләнә. Йорт ихаталарын ҡараныҡ, улар ҙа иҫ китмәле. Ошо байрамдың йолалары беҙгә киләсәктә лә кәрәк. Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре – күп милләтле республикабыҙ өсөн мөһим ваҡиға.
Йола буйынса «Никола Вешний» байрамы аҙағында ҡыңғырау сыңланы. Республиканың һәм башҡа төбәктәрҙең иң яҡшы ҡыңғыраусылары «Никольский ғибәҙәтханаһы» тарихи-мәҙәни үҙәге ҡыңғырауҙарында туғыҙ композиция башҡарҙы.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика