11:09 (UTC+5), 22 Мая 2017

Өфөлә Нуриев фестивалендә Зәйтүнә Насретдинованың ҡәберендә һәйкәл асыу датаһы иғлан ителәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале барышында мәшһүр балерина Зәйтүнә Насретдинованың ҡәберендә һәйкәл асыу датаһы иғлан ителәсәк. Был хаҡта Башҡорт опера һәм балет театрының генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов белдерҙе. Балерина ерләнгән Көньяҡ зыяраттағы ҡәбер ташының идея авторы ла ул. Эскизы коллектив менән башҡарылған, макетын дизайнер Буранбай Ишемғолов яһаған.
«Зәйтүнгөл ролен тәүге башҡарыусы — Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы Насретдинованың ҡәберендә лайыҡлы һәйкәл ҡуйырға кәрәклеге хаҡында күптән һөйләйбеҙ. Беҙ һәйкәлдең проекты өҫтөндә эшләнек, идея эҙләнек. Таш һатып алынған, скульпторҙар һәйкәл өҫтөндә эшләй. Фестиваль аҙағында һәйкәлде асыу тантанаһының датаһын иғлан итербеҙ», — тине Илмар Әлмөхәмәтов.
Театр директоры һәйкәлде эшләү һәм ҡуйыу өсөн театр аҡсаһы ғына файҙаланылмауын әйтеп үтте. Өфөнән Галина Фархшатова 50 мең һум индергән. Үҙ ваҡытында ул күренекле балеринаның элекке фатирын һатып алған булған.
Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале Өфөлә 23 майҙан 2 июнгә тиклем дауам итә. Фестиваль «Сыңрау торна» спектакленең премьераһы менән асыла. Унда төп партияны тәүгеләрҙән булып Зәйтүнә Насретдинова башҡарған.
Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы Насретдинова (1923-2009) — мәшһүр башҡорт балеринаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы. Уның сәхнәлә тыуҙырған образдары араһында — Одетта һәм Одиллия (П. Чайковскийҙың «Аҡҡош күле»), Никия (Л.Минкустың «Баядерка»һы), Жизель һәм Мирта (А. Адандың «Жизел»е), Китри (Л. Минкустың «Дон Кихот»ы), Аврора (П. Чайковскийҙың «Йоҡоға талған һылыу»ы), Франциска (И.Штраустың «Зәңгәр Дунай»ы), Эсмеральда (Ц. Пуниҙың «Эсмеральда»һы). Ошо рәттә «Сыңрау торна» тәүге милли балетында Зәйтүнгөл образы айырым урын биләй. Балет авторҙары — либреттосы Фәйзи Ғәскәров, композиторҙар Лев Степанов һәм Заһир Исмәғилев үҙҙәренең әҫәрен йәш һәм талантлы балеринаға арнай. Тап ошо балет һәм башҡарыусының оҫталығы ХХ быуаттың буласаҡ бөйөк бейеүсеһе Рудольф Нуриевҡа ныҡлы йоғонто яһай, уның артабанғы яҙмышын билдәләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика