07:30 (UTC+5), 22 Май 2017

Ҡазанда Башҡортостандағы йыр мәктәбен Татарстандыҡына ҡарағанда көслөрәк тип иҫәпләйҙәр

Илһам Вәлиевтың Бәйләнештәге рәсми төркөмө
Илһам Вәлиевтың Бәйләнештәге рәсми төркөмө
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡазанда Башҡортостандағы йыр мәктәбен Татарстандыҡына ҡарағанда көслөрәк тип иҫәпләйҙәр. Рәшит Ваһапов исемендәге XIII халыҡ-ара татар йыры фестиваленең гала-концертынан һуң Татарстандың музыка белгесе Филүсә Арыҫланова ошондай фекерен белдерҙе.
«Башҡортостандың йыр мәктәбе бик көслө, ә беҙҙеке үҙешмәкәрлеккә яҡын. Яҡшы йырсы һәйбәт уҡытыусы тигәнде аңлатмай», — тип билдәләне ул «Бизнес Online» интернет-гәзите хәбәрсеһе менән әңгәмәлә.
Фестивалдә конкурсанттар башҡорт йырҙарын да башҡарҙы. «Аксу» продюсер үҙәге генераль директоры Рөстәм Сәрүәров тә Башҡортостан йырсыларын көслөрәк тип иҫәпләй. «Ни тиһәң дә, күрше республикала педагогтар ҙа, мәктәп тә көслөрәк. Бында Башҡортостандан бер нисә генә ҡатнашыусы, ә унда бер тапҡырҙан ғына 30-40 кешене йыйырға һәм айырым концерт ойошторорға мөмкин», — ти продюсер.
Гала-концертта билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Алтын битлек» эйәһе Илһам Вәлиев сығыш яһаны. Ул сәхнәгә Салауат Юлаев образында сыҡты һәм Заһир Исмәғилевтың бер үк исемдәге операһынан популяр арияны йырланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика