19:29 (UTC+5), 20 Май 2017

Музейҙар төнөндә Рөстәм Хәмитов «Башинформ» журналисына яңы проекттар хаҡында һөйләне

Хәлит Сафин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда йолаға әүерелгән «Музейҙар төнө» акцияһы уҙҙы. Иң ҡыҙыҡлы сараларға, шул иҫәптән «Мираҫ» галереяһындағы «Ҡыҙыл альбом» проекты менән танышырға Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов килде. «Башинформ» агентлығы журналисы Ләйлә Аралбаева менән әңгәмәлә ул яңы мәҙәни проекттар хаҡында һөйләне.
«12 июндә ВДНХ комплексында яңы Рәсәй тарихы музейын асабыҙ. Барыһы ла заманса: интерактив формат — 3D-инсталляциялар, экрандар, — тип хәбәр итте республика башлығы. — Бер үк ваҡытта илдең 25 ҡалаһында музей киңлеген булдырыу буйынса эш алып барыла, Рәсәйҙә иһә тәүгеләрҙән булып беҙҙә асыла. Башҡа миллионлы ҡалалар 2017 йылдың аҙағында — 2018 йылдың башында асырға ниәтләй».
Рөстәм Хәмитов республикаға ҙур заманса сәнғәт музейы кәрәклеген билдәләне.
«Беҙ ошо йүнәлештә эш алып барабыҙ. Ике йылдан ВДНХ биләмәһендә даими эшләгән заманса сәнғәт музейын булдырырға теләйбеҙ. Уға ихтыяж булыр тип ышанам, — тине төбәк башлығы. — Дөйөм алғанда, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн ике йылға бер тапҡыр «Арт-Өфө» кеүек бик шәп сара уҙғарыла. Быйыл июндә ошо күргәҙмә эшләй башлай, рәссамдар, скульпторҙар саҡырыла».
Рөстәм Хәмитов Шүлгәнташ мәмерйәһе музейын киләсәктә тормошҡа ашырыу күҙалланған ҡыҙыҡлы проекттарҙың береһе тип атаны.
«Минеңсә, был бөтөнләй яңы, ихтыяжлы, ҡыҙыҡлы формат булмаҡсы. Шүлгәнташтың моделе һәм һүрәттәрҙең күсермәләре мәмерйәгә ябырылыуҙан һаҡларға мөмкинлек бирәсәк. Беҙ яңы музей асҡансы, ике-өс йыл үтер, моғайын. Бының өсөн 500 –700 миллион һум кәрәк, ләкин ошо эште башҡарып сығыу зарур», — ти республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең музейын нисек күҙ алдына килтереүе хаҡында ла һөйләне.
Интервьюның тулы тексы бөгөн, 21 майҙа «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтында баҫылып сығасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика