Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Май 2017, 00:09

Өфөлә «Музейҙар төнө» үтте

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 20 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Музейҙар төнө» халыҡ-ара акцияһына ҡушылған бер нисә республика музейында булды.
Республиканың Хәрби Дан музейында төбәк етәксеһе рәссам Игорь Тонконогийҙың «Баш эймәгәндәр», Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флотының 320 йыллығына арналған «Башҡортостан моряктары Ватанға хеҙмәт иткәндә», «Нацизмға ҡаршы көрәштә беҙ бергә булдыҡ» экспозициялары һәм «Башҡортостандың ағаста йырланған легендалары һәм риүәйәттәре» күргәҙмәһе менән танышты.
Был ваҡытта музейҙа Мурманск өлкәһе менән яҡынлашып килгән Полярник көнөнә бағышланған скайп-телекүпер бара ине. Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәләре ойошторған сарала Өфө мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Республика Башлығы уҡыусылар менән аралашты һәм уларға уҡыуҙарында уңыштар теләне.
Килеүселәр өсөн «Күп милләтле Еңеү», «Тәбиғәтте һаҡлау – Тыуған илде һаҡлау ул», «Хәрби антураж менән палатка» квест-уйындары уҙғарылды.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ музейҙың үҙендә һәм Еңеү паркында ойошторолған интерактив майҙансыҡтарҙа булды.
М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында Башҡортостан Башлығы 40 авторҙың 130-ҙан ашыу әҫәрен үҙ эсенә алған «Акварель яҙы» һәм музей йыйылмаһында көнсығыш илдәре коллекцияһының бер өлөшө булған «Япония сәнғәте» күргәҙмәләрен ҡараны. Унда һынлы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең төрлө өлгөләре: бәләкәй формалы скульптура, графика, художестволы бронза, фарфор, йыһаз, һалҡын ҡорал, туҡымалар һәм сигеү тәҡдим ителгән.
Төбәк башлығы «Хәтер адресы – Воскресенское» экспозицияһын юғары баһаланы. Ул тәүге тапҡыр музей йыйылмаһында Воскресенское картиналар галереяһының коллекцияһын тулыһынса сағылдыра. Уның нигеҙен Мәскәү рәссамдары, В.И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт художество институты ҡарамағындағы Мәскәү урта сәнғәт мәктәбенең элекке уҡыусылары һәм уҡытыусыларының әҫәрҙәре тәшкил итте. Улар 1941–1943 йылдарҙа Мәләүез районының Воскресенское ауылына эвакуацияланған.
«Мираҫ» арт-галереяһында Рөстәм Хәмитов «Ҡыҙыл альбом» күргәҙмәһе менән танышты. Был – галереяның һәм йәш рәссам Лида Козлованың берлектәге проекты. Унда республиканың билдәле һәм йәш рәссамдарының эштәре ҡуйылған. Проект ижади лаборатория һәм рәссамдарҙың ҡыҙыл төҫтө үҙҙәренсә ҡабул итеүенең нескәлектәренә төшөнөү булып тора. Күргәҙмә махсус рәүештә «Музейҙар төнөндә» асылды һәм музыкаль-хореографик сығыш менән оҙатып барылды.
– Яҡшы тәьҫораттар алдым. Бөгөн музейҙарыбыҙҙың халыҡ менән тулы булыуына шатмын – балалар, битараф булмаған кешеләр килгән. «Музейҙар төнө» шуның өсөн үткәрелә лә инде, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әлеге сарала халыҡ йылдан-йыл күберәк ҡатнаша.
Донъяла «Музейҙар төнө» акцияһы 1997 йылдан алып уҙғарыла һәм Халыҡ-ара музейҙар көнөнә арналған. 2002 йылдан – Рәсәйҙә, 2011 йылдан иһә Башҡортостанда ла ойошторола башланы. Акцияның масштабы йылдан-йыл арта: әгәр 2013 йылда «Музейҙар төнө»ндә Башҡортостан музейҙарына һәм галереяларына 30 меңдән ашыу кеше килһә, былтыр уларҙың һаны 65 меңдән күберәк ине.
Быйыл «Музейҙар төнө» акцияһында 114 музей һәм төрлө йүнәлештәге башҡа учреждениелар ҡатнаша. Саралар программаһын өс төп тема: 1917 йыл һәм Башҡортостан (1917 йылғы Революцияның 100 йыллығына), Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы, шулай уҡ 2020 йылғы Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек берләштерә.
Читайте нас: