Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Май 2017, 17:26

Башҡортостан юлдаш телеканалы Ҡытайҙың Аньхой провинцияһы телевидениеһы менән килешеү төҙөйәсәк

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Июндә Башҡортостан юлдаш телеканалының Ҡытай Халыҡ Республикаһының Аньхой провинцияһы телевидениеһы менән килешеүгә ҡул ҡуйыуы күҙаллана. Ошо хаҡта «Башҡортостан» ТРК-ның матбуғат секретары Люциә Дәүлиева хәбәр итте.
Аньхой провинцияһының баш ҡалаһы Хэфэйҙа Башҡортостандың инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу сараһы тамамланды. Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы Евгений Романов та Ҡытайҙа. Ул презентацияла Башҡортостандың Ҡытайҙағы делегацияһы етәксеһе, республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең иҡтисади бәйләнештәрҙе координациялау бүлеге начальнигы Марат Мирхәйҙәровтың доклад менән сығыш яһауы тураһында һөйләне.
«Цзянси провинцияһы һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Дәүләт үҫеш банкы менән өс яҡшы килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, Башҡортостан юлдаш телеканалы менән Аньхой телевидениеһы араһында килешеү төҙөү күҙаллана», — тип хәбәр итте Марат Мирхәйҙәров.
Алдағы көндәрҙә делегация Шанхайға барырға һәм унда урындағы хакимиәт, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән инвестиция проекттарын тикшерергә тейеш.
Читайте нас: