10:46 (UTC+5), 18 Май 2017

Силәбе өлкәһендә башҡорт халҡының рухи мираҫына арналған саралар ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбе өлкәһендә башҡорт халҡының рухи мираҫына арналған саралар уҙғарыла. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты хәбәр итә. 19 майҙа Ҡоншаҡ районының Ибраһим һәм Ҡоншаҡ ауылдарында урындағы билдәле эшмәкәр Дарвин Таһировты иҫкә алыу саралары ойошторола. Ул оҙаҡ йылдар Ибраһим мәктәбендә уҡытыусы, директор булып эшләгән. Райондың әҙәби берләшмәһе ағзаһы булған, 12 китап сығарған. Ҡадир Даян исемендәге әҙәби премия лауреаты. Урындағы Башҡорт ҡоролтайы эшендә әүҙем ҡатнашҡан, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергән.
Ошо уҡ көндә Сосновка районының Долгодеревенское ауылы Мәҙәниәт йортонда Сосновка районындағы Башҡорт ҡоролтайының конференцияһы үткәрелә. Йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Раил Ғәбитов отчет менән сығыш яһаясаҡ. Ултырышта шулай уҡ Сосновка ҡоролтайының — 20 һәм Башҡорт автономияһының 100 йыллығына бағышланған саралар планы ҡараласаҡ.
20 майҙа оло-ҡатай ырыуы вәкилдәре Ҡоншаҡ районының Түләк ауылында йыйын үткәрә. Ойоштороусыларҙың береһе, урындағы имам-хатип Рәшит хәҙрәт Зыяев әйтеүенсә, «Башҡорт халҡының рухи мираҫы» тип аталған тантаналы сара Силәбе өлкәһе башҡорттарын берләштереүгә, милли мәҙәниәтте, йолаларҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Оло-ҡатайҙар Башҡортостан вәкилдәрен — танылған ғалим, телсе һәм әҙәбиәтсе Рәшит Шәкүрҙе, йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Биишеваны, драматург Сәрүәр Суринаны һәм Силәбе өлкәһенең Өфөләге яҡташтар ойошмаһы ағзаларын ҡунаҡҡа саҡырған. Бөтә сараларҙа ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле, аппараттың баш белгесе Алһыу Сирғәлина ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика