04:28 (UTC+5), 18 Май 2017

Швейцария һәм Европа башҡорттарын һәм татарҙарын Һабантуй берләштерәсәк

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Швейцария һәм Европа башҡорттарын һәм татарҙарын Һабантуй берләштерәсәк. Сара 4 июндә Женевала «Silk Road» рестораны паркында уҙа.
«Һабантуй бөтә милли йолаларға ярашлы уҙа. Ҡунаҡтар милли ашамлыҡтар – сәк-сәк, ҡыҫтыбый һәм башҡорт балынан ауыҙ итә аласаҡ. Һабантуйҙа өлкәндәр һәм балалар өсөн спорт ярыштары ла буласаҡ, улар араһында көрәш иң үҙенсәлеклеһе һәм сағыуы булып тора. Атап әйткәндә, Швейцарияла швинген көрәше беҙҙең милли көрәшкә оҡшаш», — ти ойоштороусыларҙың береһе Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес.
Ҡунаҡтарға бай йөкмәткеле концерт программаһы тәҡдим ителәсәк. Швейцария һабантуйына Башҡортостандан һәм Татарстандан Гөлнур Ҡарабулатова (вокал, Башҡортостан), Айгөл Хәйри (Таби, вокал, Ҡазан), «Мираҫ» ансамле (Татарстан) барасаҡ, башҡорт ҡурайы яңғыраясаҡ. Швейцариянан да артистар – бейеүселәр, башҡорт, татар һәм рус телдәрендәге композициялар менән йырсылар буласаҡ.
Швейцарияла Һабантуйҙы тәүгә билдәләмәйҙәр. Былтыр Швейцарияла беренсе тапҡыр Франция, Италия, Германия, Бөйөк Британия һәм Швейцарияның төрлө ҡалалары, шулай уҡ Рәсәйҙән – Башҡортостан һәм Татарстан башҡорттары һәм татарҙары йыйылды.
«Һабантуй Швейцария башҡорттарын һәм татарҙарын берләштереп кенә ҡалмай, ә күп быуаттар буйына тупланған мәҙәниәт менән таныштырырға һәм йолаларыбыҙҙы дауам итергә ярҙам итә. Байрамда ғәҙәттә Швейцарияла йәшәүсе Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе кешеләре, урындағы халыҡ йыйыла. Шуға Швейцария Башҡорттар һәм татарҙар ассоциацияһына Башҡортостанды юғары кимәлдә күрһәтеү бик мөһим. Ысынында иһә, донъяның төрлө тарафтарында йәшәүсе башҡорттар Башҡортостандың сит илдәрҙәге илселәре булып сығыш яһай», — тип билдәләне Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес.
Милли Һабантуй байрамы 2015 йылда Татарстан Республикаһы сауҙа-иҡтисади вәкиллеге булышлығында ойошторолған «Юлдаш» Швейцария башҡорттары һәм татарҙары ассоциацияһы иҫәбенә уҙғарыла. Байрамға партнерҙар – Швейцарияла йәшәсе рус телле диаспоралар ассоциацияһы һәм «Silk Road» рестораны булышлыҡ итә.
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана, инеү ирекле.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика