12:59 (UTC+5), 18 Мая 2017

Өфөлә Айгиз Баймөхәмәтовтың «Әкиәтһеҙ бала саҡ» исемле рус теленә тәржемәләнгән яңы китабы баҫылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Инеш» нәшриәтендә яҙыусы һәм журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың «Әкиәтһеҙ бала саҡ» тигән китабы донъя күрҙе. Әҫәрҙе рус теленә Айгөл Ғәйнуллина тәржемә иткән. Йәш яҙыусының яңы китабы — етем балаларҙың тормошо хаҡында «Ҡалдырма, әсәй!» повесының дауамы.
Китапта өс республиканың халыҡ шағирҙары: Ҡәҙим Аралбай (Башҡортостан), Роберт Миңнуллин (Татарстан), Юрий Семендерҙың (Сыуашстан) рецензиялары бирелгән. Был осраҡлы түгел. Айгиздең ижады Башҡортостанда ғына түгел, күрше республикаларҙа ла әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның беренсе китабы рус, сыуаш, татар, ҡаҙаҡ, азербайжан телдәренә тәржемә ителгән.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай билдәләүенсә, Айгиз Баймөхәмәтовтың етем балаларҙың әсе яҙмышы, йәмғиәт яғынан йылы һәм иғтибар етмәүе тураһында бәйән иткән китабы хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә яңы һүҙ булды.
«Талантлы башҡорт прозаигы Айгиз Баймөхәмәтов үҙе һәм замандаштары хаҡында иҫ киткес шәп повесть яҙған! Был матур һәм ҡыйыу башланғыс! Киләсәге өмөтлө! Айгиз «Ҡалдырма, әсәй!» тип аталған тәүге китабынан уҡ уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы, йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итте, был иһә һирәк осраған ижади бәхет. Бындай уңышҡа һаҡсыл ҡарарға, ошо танылыуҙы ҡәҙерләргә кәрәк. Киләсәктә Айгиз төрлө яҙмышлы кешеләр тураһында яңы яҡшы әҫәрҙәр ижад итер тигән ышаныс күңелемде йылыта», — тип яҙҙы Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин.
Китаптың тиражы — ике мең дана. Авто билдәләүенсә, «Әкиәтһеҙ бала саҡ» татар, ҡаҙаҡ һәм сыуаш телдәренә тәржемә ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика