02:07 (UTC+5), 17 Май 2017

Юрий Шевчукка «Рәсәй рок музыкаһының намыҫы» исемен бирергә теләйҙәр

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «ДДТ» төркөмө лидеры Юрий Шевчукка «Рәсәй рок музыкаһының намыҫы» исемен бирергә теләйҙәр. Дәүләт Думаһы депутаттары Иван Сухарев һәм Сергей Иванов RT телеканалы журналистары менән әңгәмәлә ошондай башланғыс менән сығыш яһаны.
«Юрий Шевчук — үҙҙәренең донъяуи һәм сәйәси ҡараштарын бер ҡасан да үҙгәртмәгән бик аҙ музыканттарҙың береһе. Үҙ дөрөҫлөгөн яҡлап, музыкант кемгәлер ҡул бирмәҫлек кешегә әйләнеүҙән ҡурҡманы. Уның йырҙары – ысын мәҙәни мираҫ», — тине Иван Сухарев.
Бөгөн Рәсәй рок-музыканты, йырҙар авторы, шағир, актер, рәссам, продюсер, «ДДТ» төркөмөнә нигеҙ һалыусы, уның лидеры һәм алыштырғыһыҙ ҡатнашыусыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләй һәм пенсияға китергә ашыҡмай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика