09:55 (UTC+5), 17 Мая 2017

«Тамыр» телеканалының «Ҡымыҙ юлы» проекты Рәсәйҙең «МедиаБренд» телеконкурсы исемлегенә инде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының «Ҡымыҙ юлы» проекты V «МедиаБренд» танытыу һәм дизайн телевизион конкурсы исемлегенә инде һәм хәҙер «Төбәк телевидениеһының иң яҡшы проморолигы» номинацияһында еңеүгә дәғүә итә ала.
«Тамыр» телеканалы өлкәндәрсә сифатлы һәм профессиональ төшөрөлгән балалар тапшырыуҙары менән республика брендтарын киң танытыуға лайыҡлы өлөш индерә», — ти «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы матбуғат секретары Люциә Дәүлиева.
Тәҡдим ителгән эштәр ике этапты үтә. Тәүгеһе — «ҙур жюриҙың баһаһы» тип аталғаны тамамланған, исемлек төҙөлгән. Артабан эксперттар абсолют лидерҙарҙы билдәләй. Еңеүселәрҙең исеме 14 июндә Мәскәүҙә бүләкләү тантанаһында иғлан ителә.
Былтыр «Шүлгәнташ» фильм-әкиәтенең проморолигы «МедиаБренд» халыҡ-ара конкурсында призлы урын яуланы. «Тамыр» балалар телеканалы икенсе премия лауреаты булды. «Ҡымыҙ юлы» проекты өсөн дә был Рәсәй кимәлендәге беренсе еңеү түгел. Тапшырыу II «Федерация» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының махсус призына лайыҡ булды. «Тамыр» телеканалының «Ҡымыҙ юлы» Ҡазанда «Төрлө Рәсәй» конкурсында «Киң мәғлүмәт сараларында балалар-үҫмерҙәр мәғрифәтселек проекттары» номинацияһында I урынды алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика