Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Май 2017, 12:47
Төбәктә һабантуйҙар ойоштороу графигы билдәләнде
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Алдағы айҙа Башҡортостандың район һәм ҡалаларында һабан байрамдары — һабантуйҙар уҙғарыла. Рөстәм Хәмитов тейешле
указға
ҡул ҡуйҙы.
Төбәк башлығы һабантуйҙар үткәреү графигын билдәләне һәм эштәр йөкмәтте. Байрамды ойоштороуға муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының хакимиәттәре менән берлектә Башҡортостан Хөкүмәте яуап бирә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына байрам саралары уҙғарылған ерҙә медицина хеҙмәткәрҙәренең дежурлығын ойошторорға, республика буйынса Эске эштәр министрлығына һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығына йәмәғәт тәртибен һаҡлау, юл хәрәкәте һәм янғын хәүефһеҙлеге сараларын тәьмин итергә ҡушылды.
Теги:
халыҡ байрамдары
Читайте нас: