11:40 (UTC+5), 17 Май 2017

Өфөлә Музейҙар төнөндә Рудольф Нуриевтың костюмдарын һәм шәхси әйберҙәрен күрергә мөмкин

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 20 майҙа «Музейҙар төнө» Бөтә Рәсәй акцияһы барышында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бай программа тәҡдим итә. Бөтә сараларға ла инеү бушлай, тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.
Фойела театр костюмдары күргәҙмәһе эшләйәсәк. Грек залында «Ассамблея» тарихи бейеү студияһы сығыш яһаясаҡ. Ошонда уҡ опера труппаһы солистары халыҡ йырҙарын башҡарасаҡ. Театрҙың Тарих музейында «Сыңрау торна» балетының фотоһүрәттәре менән слайдтар күрһәтеү ойоштороласаҡ. Рудольф Нуриевтың костюмдары, шәхси әйберҙәре һәм фотолары һаҡланған музей буйлап экскурсия үткәреү ҡаралған.
2017 йылда барлыҡ төбәктәрҙә лә тиерлек «Музейҙар төнө» акцияһы уҙғарыла. Унда ике меңдән ашыу музей ҡатнашасаҡ һәм 1500-ҙән ашыу сара ойоштороласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика