05:30 (UTC+5), 17 Мая 2017

Өфөлә «Бремен музыканттары» мюзиклын балалар башҡарасаҡ

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Гөлшат Ғайсинаның балалар мюзиклы студияһы үҙенең тәүге спектаклен тәҡдим итә. 21-22 майҙа Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ҡарамағындағы музыкаль-драма коллективы тәрбиәләнеүселәре «Бремен музыканттары» мюзиклында уйнаясаҡ. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, студия етәксеһе Гөлшат Ғайсина. Спектаклдә Геннадий Гладковтың ошо уҡ исемле совет йәнһүрәтендәге музыка ҡулланылған.
«Бремен музыканттары» мюзиклында студияла шөғөлләнгән 6-14 йәштәге 25 баланың һәммәһе лә ҡатнаша. Трубадур һәм Шымсы ролдәренә актерҙарҙы табыуы еңелдән булмай.
«Беҙ тәүге йыл эшләйбеҙ һәм был беҙҙең беренсе сәхнә ҡуйылышы, – ти Гөлшат Ғайсина. – Әммә был алға табан ҙур аҙым. Яңы спектаклдәр ҡуйырға һәм үҙ репертуарыбыҙҙы булдырырға ниәтләйбеҙ. Студияға ошондай әүҙем балаларҙың килеүенә шатмын, уларҙың күптәре киләсәктә артист булырға хыяллана.
Спектаклдәрҙе 21 майҙа көндөҙгө сәғәт 2-лә һәм 22 майҙа киске сәғәт 6-ла ҡарарға мөмкин. Инеү ирекле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика