08:28 (UTC+5), 17 Май 2017

Башҡорт режиссерының фильмы «Алтын бәһлеүән» кинофорумында ҡатнаша

автор
автор
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 22-31 майҙа Севастополдә үтәсәк «Алтын бәһлеүән» XXVI халыҡ-ара кинофорумының ойоштороу комитеты фестивалдә ҡатнашыусыларҙы иғлан итте.
Ошо абруйлы кинфестивалгә 400-ҙән ашыу эш тәҡдим ителгән. Эксперттар комиссияһы конкурс программаһында ҡатнашыу өсөн ете – уйын, документаль тулы метражлы һәм ҡыҫҡа метражлы, йәнһүрәт, дебют һәм студент, балалар өсөн тәғәйенләнгән, телевизион фильмдар категорияһында донъяның 28 иленән 183 кинокартинаны һайлап алды.
Документаль тулы метражлы фильмдар исемлегенә билдәле режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, бик күп халыҡ-ара кинофестивалдәр лауреаты Венера Йомағолованың «Исход. Долгое возвращение» тигән фильмы инде.
Фильмдың төп геройы беренсе ранг капитаны Александр Беляков 1920 йылда тыуған төйәген ташлап китергә мәжбүр булған тиҫтәләгән һалдаттарҙы, ҡаҙаҡтарҙы, офицерҙарҙы, генералдарҙы, Рәсәй империяһының дәүләт түрәләрен һыйындырған алыҫ Черногориялағы ташландыҡ урыҫ зыяратын тергеҙә.
Граждандар һуғышынан һуң Рәсәй тарихын һәм рус эмиграцияһының ауыр яҙмышын, халыҡтың тарихи бөлгөнлөгөн сағылдырған йөрәккә үтеп инерҙәй фильм былтыр Севастополдә һәм Өфөлә күрһәтелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика